Стихи
Проза
Разное
Песни
Форум
Отзывы
Конкурсы
Авторы
Литпортал

Гөлдәр баҡсаһында


Гөлдәр баҡсаһында

­Гөлдәр баҡсаһында
Мажит Гафури
****
Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында
Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.
Хуш еҫтәре менән йән шатлана,
Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.
Нәфис төҫтәренә, буйҙарына
Хайран ҡалып, ҡыҙығып ҡараным:
- Әй, сәскәләр, һеҙгә кемдәр дуҫтар,
Кемдәр дошмандар? - тип һораным.
Гүйә, улар шунда йәнләнделәр,
Нурҙар сәсеп, ем-ем көлдөләр.
Әкрен генә иҫкән ел арҡылы
Миңә былай яуап бирҙеләр:
"Кемдәр эшләй, кемдәр ерҙәр ҡаҙый,
Кемдәр беҙгә һыуҙар һибәләр,
Кемдәр сәскә кеүек саф күңелле, -
Шулар беҙгә дуҫтар! - тинеләр. -
Кемдәр ҡара эсле, тар күңелле,
Кемдәр ысын эшкә ҡул бирмәйҙәр,
Кемдәр килеп беҙҙе хаҡһыҙ өҙә, -
Шулар беҙгә дошман!" – тинеләр
Мажит Гафури






Рейтинг работы: 2
Количество отзывов: 1
Количество сообщений: 1
Количество просмотров: 6
© 25.04.2021г. Земфира Справедливая
Свидетельство о публикации: izba-2021-3074385

Рубрика произведения: Поэзия -> Мир души


Владимир Филатов       25.04.2021   12:48:25
Отзыв:   положительный
Ниего не понял, но прочитали чудесно Земфира!
С теплом, Владимир


Земфира Справедливая       25.04.2021   15:50:04

Спасибо большое!

















1